вторник, 5 июня 2012 г.

Владимир Путин дәүләт визиты менән Ҡытайҙа.



Пекиндың Халыҡ йыйылыштары йортонда Рәсәй президентын тантаналы рәүештә ҡабул иттеләр. Путинды ҠХР председателе Ху Цзиньтао ҡаршы алды.

Визит барышында тиҫтә ярым самаһы документҡа ҡул ҡуйыу планлаштырылғайны. Һөйләшеү темалары араһында ике ил араһындағы сауҙа- иҡтисад мөнәсәбәттәре, дәүләт сиге мәсьәләләре, миграция өлкәһендәге хеҙмәттәшлек, тирә- яҡ мөхитте һаҡлау ҙа бар. Яҡтар күп кенә халыҡ- ара проблемалар һәм Сүриә буйынса ла “сәғәттәр дөрөҫлөгөн тикшерәсәк.”

Бөгөн ҠХР сит ил эштәре вәкиле брифингыла Ҡытай һәм Рәсәйҙең Сүриә эштәренә сит илдәрҙең ҡыҫылыуына, ундағы режимды көс ҡулланып алмаштырыуға ҡаршы булыуын белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, Пекин һәм Мәскәү Сүриә мәсьәләһе буйынса тығыҙ контакт булдырған.

Ике яҡлы программаны тамамлағас, Путин Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына ҡаласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий