суббота, 9 июня 2012 г.

Афғанстан: талиптар армия конвойына һөжүм иткән. Франция һалдаттары һәләк булған.



Афғанстандың Каписа провинцияһында боевиктар менән бәрелеш ваҡытында 4 француз һалдаты һәләк булған, 5-еһе яраланған.
Башҡа мәғлүмәттәр юҡ. Талиптар үҙ өҫтөнә алған был һөжүм буйынса тикшереү бара.
Афғанстандың төньяҡ- көнсығышында урынлашҡан Каписа провинцияһы әлегә Франция ҡораллы көстәре контроле аҫтында, әммә яҡын арала ул урындағы именлек хеҙмәттәре ҡулына күсәсәк.
 Франция президенты Франсуа Олланд һәләк булғандарҙың ғаиләләренең тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты. Францияның оборона министры Жан-Ив Лё Дриан йәкшәмбе Афғанстанға юлланасаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий