суббота, 9 июня 2012 г.

Уэльстың көнбайышында көслө ташҡын.



Зыян күргән райондарҙан вертолеттар ярҙамындағы ҡотҡарыу операциялары барышында тиҫтәләрсә кеше эвакуацияланған.
100-ләп кеше хәүефһеҙ урындарға оҙатылған.
Бер нисә көн буйы бында ямғыр яуа һәм көслө ел ҡотора. Күп кенә йорттар һәм машина ҡуйыу урындары һыу аҫтында ҡалған. Тәбиғәт ҡазаһы килтергән зыян әлегә иҫәпләнмәгән.
Хәҙер ямғыр туҡтаған, тик һыу бик яй китә. Урындағы халыҡтың һөйләүенсә, иҫ китмәле бындай ташҡынды улар хәтерләмәй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий