воскресенье, 10 июня 2012 г.

Франция Афғанстанда: ғәскәрҙәрҙе сығарыу июлдә башланасаҡ.



Афғанстандың Каписа провинцияһында бөркәнсек ябынған, үлемгә дусар булған боевиктың ғәскәр конвойына һөжүме арҡаһында, 4 хәрби француз хеҙмәткәре һәләк булған, 5-әүһе яраланған. Хәрбиҙәрҙән тыш тәржемәсе- афғанлы ла үлгән.
Был фажиғә менән бәйле Франция президенты Франсуа Олланд халыҡҡа рәсми мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Унда ул француз ҡораллы көстәренең Афғанстандан сығарылыу ваҡытын раҫланы.
“Операция июлдә башланасаҡ һәм ағымдағы йылдың аҙағына ул тамамланырға тейеш. Шуға ҡәҙәр, беҙҙең ғәскәрҙәребеҙ үҙ бурыстарын үтәһен өсөн, барыһы ла эшләнергә тейеш, әммә былар ҙур хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә таянып һәм һалдаттарыбыҙҙың ғүмерен ныҡлы һаҡлап үтәлергә тейеш,-” тип белдерҙе президент.
Каписалағы хәрбиҙәргә һөжүм өсөн яуаплылыҡты Талибан хәрәкәте үҙ өҫтөнә алды. Афғанстанда 2001 йылда башланған операция барышында француздарҙың хәрби контингенты 87 кешеһен юғалтты.
Әлеге мәлдә Афғанстанда Франциянан 3400 хәрби хеҙмәткәр бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий