Сүриәләге хәлдәр
граждандар һуғышын хәтерләтә. Дераа ҡалаһындағы атыш ваҡытында 17 кеше һәләк булған.
Ҡорбан булғандарҙың уныһы- ҡатын- ҡыҙ. Был хәлгә ҡаршы тороусы яҡтар бер-
береһен ғәйепләй.
Рәсәй кисекмәҫтән Кофи Аннан планын тормошҡа
ашырыу буйынса халыҡ- ара конференцияға әҙерләнә башларға саҡыра. Был хаҡта
Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдерҙе. Мәскәү был
конференцияла Ирандың ҡатнашырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
“Беҙ был сараның һөҙөмтәле
булыуын теләйбеҙ,- тине Лавров.-Шуға күрә Сүриә конфликтына йоғонтоһо
булғандарҙың барыһы ла унда ҡатнашырға тейеш.” Иран, Лавровтың фекеренсә, шундай
илдәрҙең береһе.
БМО миссияһы
күҙәтеүселәре шаршамбы 78 кеше үлтерелгән Хама эргәһендәге Әл- Ҡобайр ауылында
булды. Оппозицияның белдереүенсә, был үлтереште хөкүмәт ғәскәрҙәре ойошторған.
Сүриә властары был ғәйепләүҙәрҙән ҡырҡа баш тарта. Хөкүмәттең белдереүенсә, үлтереш
сит илдәрҙән ҡорал менән тәьмин ителгән террористик төркөмдәрҙең эше.
Комментариев нет:
Отправить комментарий