пятница, 15 июня 2012 г.

Болгарияла “убырҙарҙы”ҡаҙып алғандар.



 Болгария туристарға ысын убырҙарҙы күрһәтәсәк. 700 йылдан ашыу ятҡан был мәйеттәрҙең йөрәктәренә ҡаҙыҡ ҡағылған. Ике һөлдәне археологтар июнь башында тапҡан, хәҙер улар Софиялағы Милли тарихи музейҙың төп экспонаттары.

Эксперттарҙың һөйләүенсә, мәжүси замандарҙан ҡалған йола буйынса, сығып, терелеәргә зыян итмәһендәр өсөн, Балкан ауылдарында насар кешеләрҙе шулай ерләгәндәр.

“Шуныһы ҡыҙыҡлы: бындай табыштар һирәк осрай. Созополдә беҙ 700 христиан ҡәберлеген таптыҡ, икеһендә генә “убырҙар”ҙы таптыҡ,-”тип һөйләй Софияның Милли тарихи музей етәксеһе Божидар Димитров.

Археологтарҙың бындай мәйеттәрҙе тәүге табыуы түгел. Убырҙар- Балкан фольклорының киң таралған персонажы. Валахия хакимы Влад Цепештың йәки Дракуланың тарихы айырыуса киң билдәле.

Комментариев нет:

Отправить комментарий