четверг, 14 июня 2012 г.

“Новая газета”: Тикшереү комитеты етәксеһе баҫманың журналисына янаған.



Рәсәйҙең Тикшереү комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин Новая газетаның баш редактор урынбаҫары Сергей Соколовҡа янаған. Был хаҡта билдәле оппозиция баҫмаһы етәксеһе Дмитрий Моратовтың асыҡ хатында әйтелә.
Шаршамбы көн “Новая газета”һәм “Эхо Москвы”радиостанцияһының бер төркөм журналистары Тикшереү комитеты бинаһы алдында пикеттар ойоштора. Акцияла ҡатнашыусыларҙың бишәүһе һаҡ аҫтына алына, эске эштәр бүлегенә килтерелә, әммә аҙаҡ ебәрелә.
Асыҡ хатында Моратов Бастрыкинға 4 июндән 5 июнгә ҡараған төндә уның Сергей Соколов менән булған һөйләшеүен иҫенә төшөрә. Кущевский станицаһындағы тикшереүҙе яҡтыртҡан тәнҡит мәҡәләһе Бастрыкиндың асыуын ҡабарта, ул Соколовты Мәскәү янындағы урманға алып барырға ҡуша һәм, Моратовтың һүҙҙәре буйынса, “йәне көйөп, тупаҫ рәүештә уның урынбаҫарына үлем менән янай,” “был тикшереү эшен үҙем башҡарасаҡмын”тип, шаяртып та ҡуя.
Тикшереү комитетында Моратовтың белдереүенә әлегә яуап бирмәнеләр. Соколов иһә, тормошо өсөн хәүефләнеп, илдән сығып киткән.
Рәсәй журналистар союзы, ике яҡтың да эшмәкәрлеге ҡануниәткә һыйыу- һыймауын тикшереү өсөн, Генпрокуратураға мөрәжәғәт итте һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең именлеген тәьмин итеүҙе һораны.
Хөкүмәт башлығының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков Президент Владимир Путиндың баҫылып сыҡҡан материал хаҡында хәбәрҙар булыуын хәбәр итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий