четверг, 14 июня 2012 г.

Лавров яуапһыҙ ҡалманы.



Сергей Лавров Хилари Клинтонға яуапһыҙ ҡалманы. Дәмәшкте хәрби вертолеттар менән тәьмин итеүе хаҡындағы АҠШ дәүләт сәркәтибенең мәғлүмәтен Мәскәү кире ҡаҡты. Рәсәй сит ил эштәре министры Ҡушма Штаттарҙы “ошондай махсус ҡоралдарҙы”регионға индереүҙә ғәйепләне.
Клинтондың һүҙен Францияның сит ил эштәре министры ҡеүәтләне. Пентагонда иһә бындай мәғлүмәттәр билдәле булмауын хәбәр иттеләр.
“Проблема кем ҡорал һатыуында түгел, ҡаршы тороусы ике яҡ та ҡорал менән тәьмин ителә- бына ҡайҙа ул проблема. Рәсәйгә килгәндә инде, беҙ уның рәсми белдереүен ишеттек, әммә ҡорал индерелә тигән мәғлүмәттәр бар,-”тип белдерҙе Францияның сит ил эштәре министры Лоран Фабиус.
Сүриәлә эшләнгән кадрҙар шуны күрһәтә: күктә- Ми-8 вертолеттары. Эксперттарҙың әйтеүенсә, был 20 йыл элек һатып алынған йәки сит илдәрҙән индерелгән техника. Әйтергә кәрәк, Британияның киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Катар һәм Сәғүд Ғәрәбстаны Төркиә аша Сүриә баш күтәреүселәренә ҡорал индерә.
Хәрби күҙәтеүсе полковник Виктор Литовкин һөйләүенсә,”бындай вертолеттарҙы Рәсәйҙең индереүе мотлаҡ түгел. Быны теләһә кем эшләй ала. Донъяла 9 000 Ми-8 вертолеты оса һәм уларға реактив снарядлы кассеталарҙан башлап пулеметтарға ҡәҙәр теләһә ниндәй ҡоролма ҡуйырға мөмкин.”
 “Евроньюс” хәбәрсеһе Александр Шашков һөйләй:
Рәсәй сит ил эштәре башлығы Хилари Клинтондың Сүриәне хәрби вертолеттар менән тәьмин итеүе хаҡындағы мәғлүмәтен кире ҡаҡты. Визит менән Таһранда булған Сергей Лавров йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: Рәсәй күптән ҡул ҡуйылған һәм түләнгән контракт шарттарын ғына үтәй һәм Сүриәгә  сит илдәрҙең һауа һөжүменән һаҡланыу системаларын ғына индерә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий