среда, 13 июня 2012 г.

Рәсәй көйәрмәндәрен Польшанан сығарып ебәреүҙәре ихтимал.



Варшавалағы Польша һәм Рәсәй футбол матчы алдынан һәм аҙаҡ булып үткән тәртипһеҙлектәр арҡаһында 184 кеше Польша полицияһы тарафынан һаҡ аҫтына алынған. Араларында 24 рәсәйле лә бар. 16 рәсәйле медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Берәү ҙә ауыр тән йәрәхәттәре алмаған, әммә футбол байрамының йәме киткән.
”Көйәрмән түгел былар, хулигандар,-тип асыулана Варшава кешеһе.-Уларҙы тәртипкә өйрәтеү өсөн күп ваҡыт кәрәк буласаҡ. Ғөмүмән, был мөмкин дә түгелдер”.
“Ватандаштарыбыҙҙың үҙҙәрен шулай тотоуы бик ҡыҙғаныс,- ти бер ҡыҙ.-Урыҫтар ҙа- халыҡ. Бик йәмһеҙ килеп сыҡты. Матч шәп булды. Айҡашыуҙары менән улар бөтәһен дә боҙоп ҡуйҙылар.”
Польшаның эске эштәр министры Яцек Цихоцкий хәбәр итеүенсә, тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашҡан сит ил кешеләре Польшанан сығарып ебәрелеүҙәре өҫтөнә Евроберләшмә территорияһына инеү тыйылған кешеләр исемлегенә индерелеүҙәре ихтимал.
“Полиция, күҙәтеү камералары яҙмаларын ҡарап, тикшереүҙе дауам итә,- тип һөйләй Цихоцкий.-Сит ил кешеләренә ҡағылышлы суд процесстары тиҙ үткәреләсәк. Шуға күрә йомаға ҡәҙәр, ике көн эсендә, Рәсәй футбол хулигандарына хөкөм сығарыласаҡ һәм улар Польшанан сығарып ебәреләсәк.”
Польшаның премьер- министры Дональд Туск поляк хулигандарының ҡылығын ғәйепләне һәм ҡунаҡтарға яҫҡынған әҙәмдәрҙе һис нәмә аҡламауын белдерҙе. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы Польша властары, көйәрмәндәр араһындағы яңы бәрелештәрҙе булдырмау өсөн, барыһын эшләр тигән ышаныс белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий