суббота, 16 июня 2012 г.

Донъяның үҙәк банкылары “ҡара дүшәмбе”гә әҙерләнә.



Әгәр Грецияла йәкшәмбеләге һайлауҙарҙа Евроберләшмә менән килешеүҙәрҙе ҡайтанан ҡарау яҡлы булған үтә һул “Сириза”фирҡәһе еңһә, Грецияның йәнә драхмаға ҡайтыу хәүефе бар, дүшәмбе көн ул саҡта биржаларҙа паника башланасаҡ.
Донъяның төп үҙәк банкылары- Европа Үҙәк банкы, Англия Банкы, Япония Банкы, Канада Банкы һәм АҠШ-тың Федераль резерв системаһы үҙ-ара ярашып эшләргә килеште. Тик нисегерәк итеп- уныһы әлегә билдәһеҙ, Британия Банкы ғына Британияның кредит ойошмаларына һайлау нәтижәләренә ҡарамай 100 миллиард фунт бирәсәге хаҡында иғлан итте.
Европа Үҙәк банкы башлығы баҫыу станогын контролһеҙ эшкә екмәйәсәген аңғартты. Франкфуртта сығыш яһағанда, Марио Драги үҙ ведомствоһының төп ролен активтар залогы иҫәбенә банкыларға ликвидлыҡ тәьмин итеүҙә күрә. “Көрсөк ваҡытында институттың төп бурысына-хаҡтарҙың тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә ярашлы рәүештә тап шул эште башҡарҙыҡ. Артабан да беҙ быны эшләйәсәкбеҙ. Евросистема банкыларҙың ликидлылығын булдырыуға ярҙам итәсәк,-” тине Драги.
Шул уҡ ваҡытта Халыҡ- ара финанс институты сценарийы буйынса, Грецияның еврозонанан сығыуы һәләкәт буласаҡ, иҡтисад һәм финанс системаһының юғалтыуҙары 1 триллион евро тәшкил итеүе ихтимал. Дөрөҫ, икенсе фекер ҙә бар. Халыҡ- ара S&P агенствоһының күҙаллауы буйынса, еврозонанан сығыу Грецияла шундай коллапс тыуҙырасаҡ, валюта берләшмәһенең проблемалы илдәре уларҙың миҫалына эйәрергә ҡыймаясаҡ.
Нисек кенә булмаһын, Греция инвесторҙары яҡшыға өмөтләнә. Һуңғы ике көн эсендә Афина биржаһындағы Греция банкылары акциялары 20 процентҡа ҡиммәтләнде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий