Африкала иҡтисад шау- шыуы: әкиәтме был, әллә
ысынбарлыҡмы? Ҡатнашыусылар ҡара
континенттың иҡтисади, сәйәси һәм социаль үҫешенең оптималь формулаһын эҙләгән
Габондағы өс көнлөк халыҡ- ара форумда был һорау үҙәктә торҙо.
Африка донъяға иҡтисади үҫештең нимә икәнлеген күрһәтәсәк: Бөтә донъя банкы
күҙаллауы буйынса, киләһе йылда Сахара сүллегенән көньяҡтараҡ урынлашҡан
регион- субсахариаль Африка- ВВП буйынса 5,5 % үҫешкә ирешә алған берҙән- бер
регион буласаҡ. Эксперттар шуны иҫкә төшөрә: һуңғы тиҫтә йылда юғары үҫеш
кимәлен тәьмин итә алған 10 дәүләттең 6-һы Ҡара континентта.
Габон баш ҡалаһы Либревилдә 600 күренекле халыҡ- ара
иҡтисад белгесе, сәйәсмәне һәм эре эшҡыуары Африка континенты үҫешенә
бағышланған Нью-Йорк форумы сиктәрендә ун йыллыҡ һөҙөмтәләре һәм киләсәккә
пландар хаҡында һөйләште. Төп һорау шундай: Африканың әүҙем үҫеше әкиәтме, әллә
ысынбарлыҡмы?
“Ситигруп”тың элекке рәйесе Ричард Парсон фекеренсә, “бөгөн
миллиардтан ашыу кешеһе булған Африка континентының 30-40 йылдан халҡы икеләтә
артасаҡ, шулай итеп, иң ҙур ҡулланыусылар баҙары барлыҡҡа киләсәк.
Әгәр ул ваҡытта Африка халҡының томошо яҡшыра барыуын
иҫәпкә алһаҡ, донъя сауҙа системаһын регион бик ныҡ йәлеп итеп торасаҡ.
Өҫтәүенә, Африкала башҡа илдәрҙе ҡыҙыҡһындырған энергосығанаҡтар һәм сеймал
запастары ла бар.”
Африка берләшмәһе илдәре комиссияһы рәйестәренең
береһе Жан Пинг шулай тип өҫтәне:”Азияның потенциалын бик иртә тойоп ҡалған
Сорос кеүек эшҡыуарлыҡта айырым һиҙгерлеге булғандар килә бында. Шундай кешеләр
килә, перспективаны анализлау өсөн структуралар төҙөй икән, тимәк,
перспективалр бар һәм улар ныҡлы.’’
Үҫеш темптарының әүҙемләшеүе ярлыларҙың кәмеүенә
килтерҙе. 2005 йылдан 2008 йылға ҡәҙәр 9 миллион африканлы мохтажлыҡтан сыҡты.
Был оптимистарса тенденцияны нисек һаҡлап ҡалырға? Эксперттар регионға күберәк инвесторҙар йәлеп итергә
тәҡдим итә. Бының өсөн йәнәш торған ике мәьәләне хәл итергә
кәрәк: инфраструктураны үҫтереү һәм именлек стандарттарын үҫтереү, дәүләттең
нормаль идаралығын булдырыу.
“Инвесторҙар ғәскәре күп һәм төрлө булған һайын,
иҡтисад өсөн был шул ҡәҙәр яҡшыраҡ, һеҙ властарҙан идара итеү стандарттарының яҡшыра
барыуын талап итә алаһығыҙ. Бөгөн континенттың күп халҡы иҡтисади потенциалы
булған ҡалаларҙа урынлашып алырға тырыша. Бәлки, ул потенциал бик үк юғары ла
түгелдер, әммә, өмөтләнеүебеҙсә, ул үҫәсәк,-”тип аңлатма бирә “ Эдмон де Ротшильд холдингы”нан Ариан де Ротшильд.
Теләһә ниндәй үҫеш, бер яҡтан, ҡатламдар
барлыҡҡа килтерһә, икенсе яҡтан, һәр кемгә тигеҙ мөмкинлектәр аса.
Йәш эшҡыуар Вики Ремоэ һөйләй:
“Нигерияла
тәүге нефть компанияһын төҙөгән кешенең тарихы билдәле. Бөгөн уның компанияһы-
күп миллионлы бизнес. Ана шундай Нигериялағы, Мысырҙағы, Африка континентының
теләһә ниндәй мөйөшөндәге ябай кәсепселәр, уларҙың уңыш тарихы тураһында
ишетһәң, үҙ йондоҙоңа, һинең дә хыялдарың тормошҡа ашыуына ышана башлайһың.”
Африкалағы үҫеш яңы быуын эшҡыуарҙарының
барлыҡҡа килеүе менән бәйле. Ул кешеләр сит илдәрҙә белем алған. Хәҙер иһә континенттың
үҙ һөнәр эйәләрен әҙерләү мәсьәләһе ҡырҡыу тора.
Яңы быуын эшҡыуарҙары китергә ашыҡмай,
улар эшләй, уңышҡа ирешә. Конгонан Верона Манку компанияһын ғына алайыҡ: улар
эшләп сығарған планшет компьютерҙар бөгөн Европала һатыла һәм уларҙан тырышып
күсермә яһайҙар. Уға нигеҙ һалыусының фекере буйынса, “Африка- технологиялар
өлкәһендә 4 урынлы һанлы үҫеш вәғәҙә иткән донъялағы берҙән- бер регион.
Нимәлер беҙҙең уйыбыҙҙа йөрөй икән, тимәк, ул тормошҡа ашырға тейеш. Технология
өлкәһендә генә түгел, иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә лә алға китеш көтөргә була.
Үҙ Ватанында ҡыҙыҡлы проекттарға тотонған йәштәрҙе беләбеҙ. Был яҡшы
күренеш.”
Либревилдәге осрашыуҙа ҡатнашыусылар
континенттың иҡтисади үҫешенең оптималь формулаһын эҙләне. Бер йылдан һуң
ошонда уҡ улар “сәғәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерергә”килеште. Хаостан йәшәүгә
һәләтле иҡтисад, социаль һәм сәйәси моделдең тыуыуын үҙ күҙҙәре менән күрергә
теләй улар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий