понедельник, 18 июня 2012 г.

СИРИЗА оппозицияға китә.



Грецияның радикаль һулдар коалицияһы (СИРИЗА), элекке һөҙөмтәһен икеләтә тиерлек арттырҙы, икенсе урынға сыҡты һәм оппозицияға китте. Һул радикаль көстәр блогы башлығы Алексис Ципрас коалиция хөкүмәтенә инеүҙән баш тартты, әммә уның эшен ныҡлы күҙәтеп барасағы хаҡында белдерҙе.Ул халыҡ байлығын һатырға һәм гректарҙың муйынына иҡтисади элмәк һалырға рөхсәт итмәйәсәге хаҡында белдерҙе.

Беҙ үҙебеҙгә яуаплы оппозиция ролен аласаҡбыҙ. Ике тапҡыр үткәрелгән һайлауҙар арҡаһында беҙҙең электорат үҙҙәрен ишетергә мәжбүр итте, ҡаты иҡтисад сараларынан баш тартты. Шул арҡала сәйәси фирҡәләр иҡтисади сәйәсәттәренең йәшәүгә һәләтле түгел икәнлеген таныны. Уларға хәҙер беҙҙең фекеребеҙгә ҡолаҡ һалырға тура киләсәк. Беҙ бөгөн утҡа, аҙыҡ- түлеккә аҡса еткерә алмағандар өсөн, яралы халҡыбыҙ өсөн көрәшәбеҙ,-”тип белдерҙе Ципрас үҙенең яҡлылар алдында еңелеүен танып һәм Самарасты ҡотлап.

Ципрас шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә лә алды: ул халыҡ- ара кредиторҙар өсөн дә ҡулай булған “Яңы демократия”курсын хөрмәт итә, уның уйынса,“еврозонала ҡалыу яҡшы, тик бөтә нәмәне ҡорбан итеп түгел.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий