четверг, 21 июня 2012 г.

Испандар ҡаты экономия сараларын әрләүҙән туҡтамай.



Испания хөкүмәте рәсми рәүештә банк секторына финанс ярҙамын юллау менән мәшғүл булғанда, профсоюздар ризаһыҙлыҡ белдереүселәрҙе урамдарға көндән- көн күберәк алып сыға. Улар “ҡаты бюджет экономияһы сәйәсәте”менән риза түгел. “Банкыларҙы ҡотҡарыу- эшселәрҙе талау”- транспаранттарҙың береһендә ошондай яҙыу бар.
Илдең 60 ҡалаһында шаршамбы хеҙмәтсән халыҡты көрәшкә мобилизациялау билдәһе аҫтында уҙҙы. Төп лозунг шундай ине: “Ауыҙ йомоп ҡалма, үҙ хоҡуҡтарың өсөн көрәш!” Мадридтағы манифестацияға халыҡ айырыуса күп йыйылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий