четверг, 21 июня 2012 г.

Кувейттың конституцион суды парламентты таратты.



Кувейттың конституцион суды күпселекте оппозиция алған яңы парламентты законһыҙ тип тапты һәм таратты. Ул элекке мәжлесте ҡайтанан тергеҙҙе. Ике көн элек Кувейт әмире парламент эшен бер айға туҡтатты. Күҙәтеүселәр быны башҡарма һәм закон сығарыу власының килешә алмауы тыуҙырған сираттағы сәйәси көрсөктөң башланыуы, тип баһалай. Һуңғы ваҡытта ғына, оппозиция депутаттарының талабы буйынса, ике министр үҙ вазифаларынан ҡолаҡ ҡаҡты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий