Мәскәүҙең Таганский суды тәфтишсенең үтенесен
ҡәнәғәтләндерҙе һәм Надежда
Толоконникованы, Мария Алехинаны һәм Екатерина Самуцевичты йәнә бер айға һаҡ
аҫтында ҡалдырҙы.
Pussy Riot ҡыҙҙарын 21 февралдә Христос Ҡотҡарыусы
ғибәҙәтханаһында “панк-ғибәҙәт ҡылыу”ҙа ҡатнашҡан, тип шикләнәләр. Уларҙың “ тәфтиштән
ҡасыуы, зыян күреүселәргә һәм шаһиттарға баҫым яһауы, енәйәти эштәрен дауам
итеүҙәре ихтимал,”тип иҫәпләй суд.
Ҡыҙҙар хулиганлыкта ғәйепләнә һәм 7 йылға ҡәҙәр
төрмәгә эләгеүҙәре мөмкин. Баш ҡаланың эске эштәр министрлығынан, суд бинаһы
алдында санкция алынмаған сара үткәрергә ниәтләгәндәре өсөн, 20-ләп кешенең
ҡулға алыныуы хаҡында хәбәр иттеләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий