среда, 20 июня 2012 г.

Париж һәм Лондон йәнә сәкәләште.



Британия премьерының тәҡдименә француз министры ирония менән яуап бирҙе.
Көн элгәре, Лос- Кабостағы “ҙур егерме”саммитында сығыш яһап, Бөйөк Британияның хөкүмәт башлығы күрше Францияла социалистар еңгәндән һуң индерелгән һалым сәйәсәтенә шундай аңлатма бирҙе:
“Әгәр француз властары 75 процентлы килем һалымы индерергә ниәтләһә, беҙ француз эшҡыуарҙары алдына ҡыҙыл келәм йәйергә әҙер. Бөйөк Британияға килһендәр, ошонда һалым түләһендәр һәм беҙҙең һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты финанслаһындар”, тип белдерҙе Дэвид Кэмерон. Кэмерон шуны иҫкә төшөрҙө: ул индергән сараларҙың береһе- етеш йәшәгән граждандар өсөн һалымды кәметеү.
Франция хеҙмәт министры Мишель Салэн яуапһын ҡалманы:
“Боғаҙ аша келәм йәйә алыуы икеле, сыланыуы ихтимал,-”тип шаяртты ул.
Франсуа Олланд һайлау алдынан миллион евронан ашыу килемгә һалымды арттырырға вәғәҙә иткәйне.
Хәлле француздар ҡайҙа төйәк табыр-Париждамы, Лондондамы- ваҡыт үҙе күрһәтер.

Комментариев нет:

Отправить комментарий