среда, 20 июня 2012 г.

Рио-де-Жанейрола “йәшел саммит” старт ала.



Иҡтисад көрсөгө экология көрсөгөн икенсе планға күсерҙе. Шаршамбы көн Рио-де-Жанейрола башланасаҡ ‘’йәшел саммит”уңышһыҙлыҡҡа дусар булыуы ихтимал. Аҙна буйы барған консультацияларҙан һуң да уның ҡарар проекты буйынса килешеү эшләнмәгән, өҫтәүенә тулыһынса бурыс көрсөгө менән мәшғүл булған Британия премьеры ла, Германия канцлеры ла, һайлауҙарға әҙерлеккә һәм Сүриә мәсьәләләренә башкөллө сумған  АҠШ президенты ла уға килмәйәсәк. Дөрөҫ, Владимир Путин, Франсуа Олланд, Мариано Рахой һәм Мәхмүт Әхмәҙинежад булыуҙары ихтимал.
“Матбуған конференцияларында һеҙгә һөйләнгән прогресс, аныҡ йөкләмәләр алмайынса, юҡ- бар һүҙ һөйләүгә генә ҡайтып ҡала. Ысынында иһә, хөкүмәттәр был мәсьәлә буйынса бер нәмә лә эшләргә теләмәй,-”ти “Гринпис”тан Даниэль Миттлер.
Экологтар Дилма Руссеффты тотороҡло үҫеш буйынса халыҡ- ара конференцияны ҡотҡарырға саҡырҙы. 20 йыл элек Риолағы Ер саммитында донъя лидерҙары планета хаҡында хәстәрлек күрергә вәғәҙә иткәйнеләр, ошо ваҡыттан Киот протоколын әҙерләү башланды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий