среда, 20 июня 2012 г.

“Панама һатылмай!”



Панама һатылмай!”-илдең баш ҡалаһын ялмап алған сыуалышта ҡатнашыусылар ошондай лозунгылар ҡысҡырҙылар. Дәүләттең электр һәм телекоммуникация өлкәһендәге иң ҙур  милли корпорация активтарын һатыу хаҡындағы проекты халыҡтың асыуын ҡабартты. Властарҙың белдереүенсә, улар инфраструктураны үҫтереү өсөн аҡса табырға ниәтләгән.
“Беҙ Мартинелли хөкүмәтендәге коррупцияның киңәйеүен туҡтатыуҙы талап итәбеҙ, беҙ “ялған оппозицияға” ҡаршы. Улар халыҡ вәкилдәре түгел. Беҙ урлашыуҙарға сик ҡуйыуҙы талап итәбеҙ,-”тип белдерҙе илдең иң ҙур профсоюз башлығы Сауль Мендес.
Полицияға парламентты ҡамап алырға һәм асыулы халыҡтан резина пулялар менән һаҡланырға тура килде. Президент Мартинелли, бола тыуҙырған закон проектын алып, фекер алышыу өсөн Милли координацияға ебәрергә мәжбүр булды. Панама лидеры дебаттарҙа католик сиркәүҙе лә ҡатнашырға саҡырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий