вторник, 19 июня 2012 г.

Сүриәгә тыныслыҡ кәрәк.



Дүшәмбе көн Сүриә именлек көстәре оппозиция позицияларына һөжүмде дауам итте. Баш күтәреүселәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, кәмендә 23 кеше һәләк булған.
Мехиколағы “Ҙур егерме” саммитындағы Рәсәй менән Америка президенттарының әңгәмәһендә Сүриә темаһы үҙәктә торҙо. Сәғәт самаһы барған һөйләшеүҙән һуң, Владимир Путин журналистарға Сүриә көрсөгө буйынса Обама менән уртаҡ тел табыуҙарын белдерҙе. Америка лидеры Путиндың һүҙҙәрен раҫланы:
“Граждандар һуғышын һәм уҙған аҙналағы һымаҡ ҡот осҡос үлтерештәрҙе бөтөрөү өсөн, көс ҡулланыуҙы туҡтатырға кәрәк.”
Дүшәмбе көн Сүриәлә эшләүсе БМО күҙәтеүселәре Сүриә ғәскәрҙәренең даими һөжүменә дусар булған Хомс ҡалаһына инспекция менән барырға йыйындылар. БМО етәксеһе оппозицияны ла, Бәшәр Асадты ла тактиканы үҙгәртергә, тыныс халыҡ йәшәгән урындарға һөжүмде туҡтатырға һәм элек әсирлеккә алынғандарҙы иреккә сығарырға саҡырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий