Афроамерикандар геройы
һәм Америка полицейскийҙарының төп дошманы Родни Кинг Риальтолағы йортоноң
бассейнында үле килеш табылған. Уға 47 йәш ине.
Кинг 1990 йылдарҙа
танылыу яулай: тиҙлекте арттырған өсөн, ул ҡулға алына һәм полицейскийҙар
тарафынан туҡмала.Полицейскийҙарҙың
туҡмауын ул һиҙҙермәй генә видеоға төшөрә. Был кадрҙар ҙур шау- шыу тыуҙыра, Голливудтың
күп кенә фильмдарына инә.
Тәртип һағында тороусыларҙы ғәйепһеҙ тип тапҡандан
һуң, меңләгән ҡара тәнле американлы Лос- Анджелеста бола ҡуптара. Һөҙөмтәлә,
суд яңынан башлана, полицейскийҙарҙы хөкөм итәләр, ә Кинг компенсация сифатында
3,8 миллион доллар ала.
Комментариев нет:
Отправить комментарий