понедельник, 18 июня 2012 г.

Берлин-Афинаға: тәүге эш- кабинет, һатыулашыуҙар аҙаҡ буласаҡ.



“Евро файҙаһына бер- нуль”- Грецияның евроберләшмәлә ҡалыуы Германияны һәм Европаны тынысландырҙы. Әгәр Афина һаҡсыллыҡ курсынан тайпылмаһа, Берлин хатта яңы ташламалар яһарға әҙер.
Германияның сит ил эштәр министры Гидо Вестервелле гректарға үҙ йөкләмәләрен үтәүгә күберәк ваҡыт бирелеүе мөмкинлеген әйтте, тик хөкүмәт төҙөүҙе ашыҡтырҙы:
“ Һайлау алды кампанияһы арҡаһында беҙ ваҡытты былай ҙа ныҡ әрәм иттек, шуға күрә кабинет формалаштырыуҙы йәһәтләргә кәрәк.”
Евроберләшмә Грецияға халыҡ- ара ярҙамды ҡаты экономия сараларына таянып эш итеү шарты менән бирә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий