вторник, 26 июня 2012 г.

Яңы Мысыр президентының тәүге эш көнө.



Мысырҙың яңы президенты Мөхәммәт Мурси дүшәмбе көн үҙ вазифаларын үтәй башланы. Мурси, милләткә мөрәжәғәт итеп, бөтә мысырлылар өсөн дә президент булырға вәғәҙә итте. Аҙаҡ ул ҡораллы көстәрҙең Юғары Советы рәйесе фельдмаршал Хөсәйен Тантауи менән осрашты һәм власты тапшырыу мәсьәләләре хаҡында һөйләште.
Баш ҡала үҙәгендә байрам дауам итә. Республика тарихында беренсе тапҡыр хәрбиҙәр вәкиленә инмәгән кеше президент булды. Таһрир майҙанындағы манифестацияла Мурси яҡлылар ғына түгел, Хөсни Мөбәрәктең ҡолатылыуына килтергән революция талаптарын аҙағынаса яҡларға ниәтләгәндәр ҙә килгән.
“Халыҡ тарафынан һайланған парламент эшкә тотонмай һәм талаптарыбыҙ үтәлмәй тороп, беҙ бынан китмәйәсәкбеҙ. Президент власты тулыһынса ҡулына алғансы ҡаласаҡбыҙ,-”ти Ҡаһирә кешеһе.
Власты тапшырыу тантанаһы 30 июнгә тәғәйенләнгән. Камаль әл-Ғанзури хөкүмәте дүшәмбелә үҙенең һуңғы ултырышына йыйылды- Ҡораллы көстәрҙең Юғары Советына отставка тураһында үтенес яҙыуы тапшырылды. Әммә Хөсәйен Тантауи кабинетҡа үҙ бурыстарын Мөхәммәт Мурсиҙың инаугурацияһына ҡәҙәр үтәргә ҡушты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий