вторник, 26 июня 2012 г.

Cүриә төрөктәрҙең баҫып инеүенән һаҡланған.



Сүриә төрөк истребителен үҙ-үҙен һаҡлау маҡсатында бәреп төшөргән: самолет ғәрәп республикаһының  үҙаллылығын боҙған өсөн зыян күргән. Был хаҡта рәсми рәүештә Сүриә сит ил эштәре министрлығы вәкиле белдерҙе. Уның асыҡлауы буйынса, төрөк самолеты Сүриәнең территориаль һыуҙары өҫтөнән юғары тиҙлек менән 100 метр бейеклектә осҡан, самолетты ракета түгел, ә артиллерия бәреп төшөргән.

“Төркиәнең сит ил эштәре министры Әхмәт Дауыт улы тағы нимәлер әйтте, әммә һөжүм хаҡында дөрөҫөн әйтмәне, ысынында иһә был Сүриә территорияһына һөжүм булды,-”тине сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Йыһат Макдиси.

Төрөктәрҙең разведчик  самолеты, йома көн осоп киткәндән һуң ярты сәғәт үткәс, Урта диңгеҙ өҫтөндә радарҙарҙан юғала. Төркиәнең раҫлауынса, ул Сүриә ярҙарынан 13 милдә, ғәрәп республикаһының эске һыуҙарынан 1 миль алыҫлыҡта бәреп төшөрөлә, шуға күрә уның ярсыҡтары Сүриә һыуҙарына төшә.

Йома ваҡиғаһы Анкара һәм Дәмәшк араһын ысынлап боҙҙо. Улар бергәләп эҙләнеү операцияһы үткәреү хаҡында ла килешә алманылар. Истребитель бортындағы ике пилот әле булһа табылмаған. Төркиә шишәмбе көн ваҡиға хаҡында һөйләшеү өсөн НАТО-ның  ашығыс ултырышын йыйҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий