Мөхәммәт Мурси-
исламистар кандидаты. Артыҡ һөйкөмлө лә булмаған, ябай ғына итеп аралашҡан
Мурси президентлыҡ ярышына абруйлы “Мосолман туғандар” хәрәкәте вәкиле булараҡ
килеп инә. Уның сәйәси ҡанаты- “Азатлыҡ һәм ғәҙеллек” фирҡәһе вәкилдәре күсмә
хөкүмәт составына инмәһә лә, парламенттағы урындарҙың яртыһын тиерлек алды.
Мөхәммәт Мурси:
“Бөйөк ваҡиға-
һайлауҙарҙы яҡынайтҡан кешеләрҙең барыһына ла рәхмәтемде белдергем килә. Яңы
осорҙо, Мысырҙың яңы осорон башларға мөмкинлек биргән тырышлығығыҙ,
эшмәкәрлегегеҙ, һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт. Революцияға һәм революционерҙарға
рәхмәт!”
Һайлау алды кампанияһы
барышында Мурси үткәненә баҫым яһай: 2006 йылда рәшәткә артына эләгеүен иҫләп,
үҙен Мөбәрәк режимының дошманы тип атай. “Азатлыҡ һәм ғәҙеллек” фирҡәһе башлығы
ярты йыл төрмәлә ултыра.
Был факт, ысынлап та,
уға мысырлыларҙың тауыштарын яуларға ярҙам итә. Әйтергә кәрәк, Мурси
кандидатураһының уларҙы тулыһынса ҡәнәғәтләндермәүен дә йәшермәйҙәр.
“Мин Мурси өсөн тауыш бирәм, әммә
уның “Мосолман туғандар”ҙың сәйәсәтен яҡлауы мине борсой. Тик мин яҡшы
киләсәккә, үҙгәрештәргә ышанам. Исламистар халыҡ тауышына битараф ҡалмаҫ, халыҡ
теләгенә ҡаршы булған ҡарарҙар ҡабул итмәҫ, тип уйлайым. Алла бирһә, үҙгәрештәр
яҡшы яҡҡа булыр!”
Мурси 1951 йылда ябай
крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул инженер, АҠШ-та уҡыған. Өйләнгән, 5 балаһы бар,
2 балаһының Америка гражданлығы бар. Уны ысын исламист, “Мосолман туғандар”ҙың
консерватив ҡанаты вәкиле тип иҫәпләйҙәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий