воскресенье, 24 июня 2012 г.

Тель- Авивта ҡыҙыу төн.



Йөҙҙәрсә кеше, хөкүмәткә ҡаршы йома маршында ҡулға алыуҙарҙың артыҡ ныҡ рәхимһеҙлек менән үткәрелеүенә ҡаршылыҡ белдереп, ҡала урамдарына сыҡты. Ул саҡта бер ҡатын тән йәрәхәттәре алғайны. Шәмбелә ҡыҙып алған демонстрацияла ҡатнашыусылар банкыларҙы пыр туҙҙырҙы һәм юлдарҙы япты. 85 кеше полиция тарафынан ҡулға алынды. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкиле һөйләй:

“Бында һүҙ законһыҙ ҡаршы сығыуҙар, именлек көстәре менән даими бәрелешкән кешеләр хаҡында һүҙ бара. Беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ, улар артығын ҡылана. Ҡаршы сығыуҙарҙың көс ҡулланыуҙарға барып етеүенә мөмкинлек бирмәйәсәкбеҙ.”

Тель-Авив акцияларында ҡатнашыусылар хөкүмәттән социаль һәм иҡтисади реформалар үткәреүҙе, айырым алғанда, арзан йорттар биреүҙе талап итә. Уҙған йылдың йәйендә лә Израилде ҡеүәтле ҡаршылыҡ хәрәкәте ялмап алғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий