суббота, 23 июня 2012 г.

Испаниялағы хаҡлы ялдағылар бөтә бәләләрҙә Берлинды ғәйепләй.



Хаҡлы ялдағы испандар Барселоналағы Германия илселеген оккупацияланы. Ошо рәүешле улар Евроберләшмәләге иҡтисад көрсөгө осоронда Берлиндың позицияһы менән килешмәүҙәрен белдерергә теләй. Бюджет дефицитын ҡыҫҡартыу буйынса ҡаты саралар үткәрелгәндә, Евротөркөм башлыҡтарының проблемалы испан банктарына ярҙам итергә ниәтләүенә улар риза түгел.
Беҙ банк бурыстарын түләргә тейеш түгел. Испаниялағы әлеге проблемалар өсөн Меркель ханым яуаплы, әйтерһең, немец банкылары беҙгә аҡса биргән дә, бының өсөн юлбаҫарҙарса проценттар алған! Беҙ ошо нәмәләргә ҡаршы сығабыҙ,-”ти акцияла ҡатнашыусы ҡатын.
Илселек хеҙмәткәрҙәре ризаһыҙлыҡ белдереүселәрҙе бинанан сығарып ебәргәс, хаҡлы ялдағылар “Беҙ бөтәбеҙ ҙә гректар!”плакаттары аҫтында манифестацияны урамда дауам итте.
Испанияла проблемалар етди: консерваторҙар хөкүмәтенең мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, пенсия тәьминәте өлкәһендәге ҡыҫҡартыуҙары фонында эшһеҙлек кимәле 25 процентҡа еткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий