понедельник, 4 июня 2012 г.

“Аум Синрикё”сектаһы башлыҡтарының береһе ҡулға алынған.



Эшмәкәрлеге Америкала һәм Европала тыйылған “Аум Синрикё” сектаһы башлыҡтарының береһе Наоко Кикучи Японияла ҡулға алынған.
Полиция 40 йәшлек Кикучиҙы Токионан 40 километр алыҫлыҡта ятҡан Сагамихара ҡалаһында эҙәрлекләп тапҡан. Ҡатындың йәкшәмбе кис ҡулға алыныуы билдәле.
Кикучиҙы 1995 йылда Токио метроһында киң билдәле “зарин һөжүме”н ойошторған сектаның башҡа етәкселәре менән бергә эҙләгәндәр. Уларҙың кешеләрҙе урлауға, талауҙарға һәм үлтерештәргә лә ҡатнашлыҡтары бар, тип уйлайҙар.
Эшмәкәрлеген йоганан һәм буддизмға яҡын яңы дини тәғлимәттән башлаған, Далай- ламаның фатихаһын алған секта башлығы Секо Асахара яйлап ҡараштарын үҙгәртә. “Харизманы күрһәтеү”тип аталған нәмәләргә был төркөм тәүҙә Мацумото, аҙаҡ Токиола ойошторған газ һөжүмдәрен индерергә мөмкин. Метрола зарин һиптереү арҡаһында 13 кеше һәләк булғайны, ә 6 меңдән ашыуы ағыуланғайны. Асахара үҙе 2004 йылда үлем язаһына хөкөм ителде. Хөкөм ҡарары әле тормошҡа ашырылмаған.
Исемен “Алеф”тип үҙгәрткән сектаның 188 ағзаһы төрлө сроктарға төрмәгә ябылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий