понедельник, 4 июня 2012 г.

Нигерияла авиаһәләкәт ҡорбандары айҡанлы мәтәм көнө иғлан иттеләр.



Авиаһәләкәттә самолет бортындағы 153 кешенең ғүмере өҙөлгән, ә ерҙә һәләк булыусыларҙың иҫәбе әлегә билдәләнмәгән. Вафат булғандар араһында Ҡытай граждандары ла бар. 

“Боинг Макдоннел-Дуглас 83” самолеты йәкшәмбе көн, мебель магазинын һәм тағы бер нисә бинаны төкәтеп, Нигерияның иң ҙур ҡалаларының береһе булған Лагосҡа ҡолаған. Янғын башланған.

Лайнер илдең баш ҡалаһы Абуджанан рейсҡа сыҡҡан. Авиаһәләкәт сәбәптәре билдәһеҙ. Ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларының мәғлүмәттәре буйынса, Dana Air авикомпанияһы самолетының техник яҡтан боҙоҡ булыуы ихтимал. Осоусы машина двигателендәге етди етешһеҙлектәр хаҡында хәбәр итеп өлгөргән. Күп тә үтмәй машина радар экрандарынан юҡҡа сыҡҡан. Һәләкәт урынында кабиналағы яҙмаларҙы теркәп барған ҡоролма табылған. Был һуңғы 20 йыл эсендәге Нигериялағы иң ҙур һәләкәт.

Комментариев нет:

Отправить комментарий