воскресенье, 3 июня 2012 г.

Асад: “Сүриәне колониялаштырырға теләйҙәр.”




“Колониялаштырыу маҡсаты менән Сүриәгә ҡаршы һуғыш бара,-”тип белдерҙе Бәшәр Асад йәкшәмбе көн яңы һайланған парламентҡа мөрәжәғәт итеп. Төп хәүеф сит илдәрҙән килә, террористар демократик реформаларҙы булдырмау өсөн бөтәһен дә эшләйҙәр, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды президент. Асад үҙенең сығышында алынған курстан тайпылмаясағын белдерҙе.

“Халыҡ- ара йәмәғәтселек, региондағы ҡайһы бер илдәрҙең фекеренсә, Сүриәлә тыныс демонстрациялар ғына бара, тик власть ҡына ҡан ҡоя. Әммә конфликт башланып, йыл ярым үткәс, бөтәһе лә асыҡланды, битлектәр алып ташланды. Халыҡ-ара йәмәғәтселектең роле асыҡ күренеп тора. Колониаль амбицияларҙың нимә икәнлеген берәүгә лә аңлатып тороу кәрәкмәй. Улар булды, бар һәм буласаҡ.”

Асад Сүриәне сәйәси юл менән генә ҡотҡарып буласағы һәм властың уны оппозиция менән бергә эҙләргә әҙер икәнлеге хаҡында белдерҙе. Ул шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: диалог халыҡ- ара хәрби интервенцияға ҡаршы булғандар һәм террористар ҡулында ҡоралға әйләнмәгәндәр менән генә мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий