Европанан Азияға: АҠШ стратегик курсын алмаштыра. 2020
йылға Американың хәрби- диңгеҙ флотының күп өлөшө Тымыҡ океанға күсәсәк. Бынан тыш
Вашингтон региондағы партнерҙарына хәрби ҡеүәттәрен үҫтерергә ярҙам итәсәк һәм
хәрби уйындарҙы күберәк үткәрәсәк. Был хаҡта Сингапурҙағы конференцияла АҠШ-тың
оборона министры белдереү яһаны. Пекиндың борсолорға сәбәбе юҡ, тип һыҙыҡ
өҫтөнә алды Леон Панетта.
“Ҡайһы берәүҙәр АҠШ-тың Азия- Тымыҡ океан регионына
иғтибарын йүнәлтеүҙе Ҡытайға ҡаршы сығыу һымаҡ ҡабул итә. Мин был фекергә ҡырҡа
ҡаршы сығам. Беҙҙең Азияла төпләнеүебеҙ ҠХР-ҙың үҫешенә ҡамасау булмаясаҡ,-”тине
Леон Панетта.
Шул уҡ ваҡытта бынан көн элгәре генә, Американың
хәрби- диңгеҙ офицерҙары алдында сығыш яһап, Панетта Ҡытай армияһының экспансияһы
һәм модернизацияһы хаҡында һөйләне, төрлө ҡаршы сығыуҙарға әҙер торорға саҡырҙы.
Ошо йылда ғына ла Пекин оборонаға 100 миллиард доллар тирәһе сарыф итергә
ниәтләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий