суббота, 2 июня 2012 г.

Мөбәрәкте ғүмерлеккә төрмәгә ябасаҡтар.



Хөсни Мөбәрәкте ғүмерлеккә төрмәгә ябасаҡтар: Мысырҙың енәйәт суды 84 йәшлек элекке президенттың ғәрәп яҙы осоронда демонтрацияла ҡатнашыусыларҙы үлтертеүгә ҡатнашлығы бар тип тапты. Шундай уҡ хөкөм элекке эске эштәр министры Хәбиб әл- Әдлигә лә сығарылды. Мөбәрәктең улдарына ҡабаттан суд буласаҡ. 6 полиция чиновнигы аҡланды.
Суд эше 7 айға һуҙылды: бер нисә йөҙ шаһит тыңланды. Властан артыҡ файҙаланыу һәм коррупцияла ғәйепләүҙәрҙән Мөбәрәк азат ителде. Был суд залындағыларҙың асыуын ҡабартты, 30 йыл буйы хаҡимлыҡ итеүе өсөн, улар уға үлем язаһы көткәйне.
“Хөкөм дөрөҫ түгел!”тип һөрәнләп, залдағылар хөкөм ителеүсе янына үтеп инергә маташты. Башланып киткән айҡашыуҙы донъяның күп кенә каналдары тура эфир аша күрһәтте. Тән йәрәхәттәре алыусылар хаҡында хәбәр ителмәне. Әйтергә кәрәк, урамда халыҡ тантана итте. Ахыр ҙа, тарихи хөкөм эшенә нөктә ҡуйылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий