Колорадо штатының янғын эсендәге райондары тәбиғәт
ҡазаһы зонаһы тип иғлан ителде.
Колорадо-Спрингс
ҡалаһы эргәһендә ҡоторонған урман янғындары махсус рәүештә ут төртөүҙән
булыуы ихтимал. Был хаҡта йома көн урындағы властар белдереү яһаны. Әлеге мәлдә
бында 7 000 гектарҙан ашыу урман яна.
Ҡазалы районда АҠШ президенты Барак Обама булды:
“Колорадо тарихындағы иң афәтле янғын менән көрәшеү
өсөн бөтә көстө һалабыҙ. Янғындар ваҡыты башлана ғына. Эшебеҙ бик күп
буласаҡ.,-”тип белдерҙе хөкүмәт башлығы.
Тәбиғәт ҡазаһы зонаһында 350-нән ашыу йорт юҡҡа
сыҡҡан, 30 000 кеше күсерелгән. Колорадолағы янғын бер кешене һәләк итте
лә инде. АҠШ-та бөтәһе 40 ҙур янғын теркәлгән, уларҙың күбеһе көнбайыштағы 10
штатта.
Комментариев нет:
Отправить комментарий