понедельник, 2 июля 2012 г.

Испания- футбол буйынса Европа чемпионы.



Испанияның футбол һөйөүселәре тантана итә. Уларҙың яратҡан командаһы Киевтағы Олимпия стадионында Европа Чемпионатының финал матчында Италия футболсыларын 4:0 иҫәбе менән ҡыйратты.
Фанаттар уйынсыларҙың уйыны хаҡында әңгәмәләшә, Испания йыйылма командаһының һоҡланғыс уйынына шатлана, ҡабат- ҡабат индерелгән туптарҙы иҫләй. Тәүге голды 14-се минутта Давид Сильва индерҙе, 39-сы минутта Хорди Альба иҫәпте арттырҙы. 84- се минутта Фернандес Торрес уңыш ҡаҙанды. Матч тамамланыр алдынан дүртенсеһен Хуан Мата сәпәп ҡуйҙы.
Италия фанаттары өсөн иһә был ҡара йәкшәмбе булды- яратҡан уйынсыларының ҡоро иҫәп менән буш ҡалыуы уларҙы  уғата шаңҡытты- күҙҙәрҙә йәш, үпкә, Италия уйынсыларының йомшаҡ уйыны өсөн асыҡтан- асыҡ ғәрләнеү күренде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий