пятница, 22 июня 2012 г.

Раштыуа утрауына табан үлемесле юл.



Маҡсаттарына ирешеү өсөн бик ҡиммәт түләгәндәр: 90- лап кеше хәбәрһеҙ юғалған, Шри- Ланка ҡасаҡтары ултырған карап Индонезия ярҙарында түңкәрелгәс, 109 кешене генә ҡотҡарып ҡалғандар.

 Был әҙәмдәр Австралиянан һыйыныу урыны һорарға ниәтләгәндәр һәм Йәшел континенттан 2600 километр алыҫлыҡта ятҡан Раштыуа утрауына юл тотҡандар.

 Ҡотҡарыу операцияһы төнө буйы барған. Әлеге мәлдә өс мәйет табылған. Бортта аныҡ ҡына нисә кеше булыуы билдәһеҙ. Ҡорбандар һаны артыуы ихтимал, иҫән ҡалғандарҙы табыуға өмөт кәмегәндән- кәмей бара.

Һәләкәттән ҡотолоп ҡалған йәш ир- егеттәрҙең барыһын да, бер үҫмерҙән башҡаларын, утырауға килтергәндәр. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий