пятница, 22 июня 2012 г.

Парагвай президентына импичмент янай.



Парагвай президенты импичментҡа дусар булыуы ихтимал. Быны күпселек тауыш менән парламенттың түбәнге палата депутаттары талап итте, хәҙер эш Сенатта ҡалған. Фернандо Луго үҙ ихтияры менән отставкаға китеүҙән баш тарта, әммә законға буйһонорға әҙер.
Парагвайҙың һул президенты импичменты мәьәләһе 17 кешенең ғүмерен өҙгән Куругуатуҙағы ҡанлы ваҡиғаларҙан һуң ҡалҡып сыҡты. Фажиғә үҙған йомала була. Урындағы крәҫтиәндәрҙең йөҙләп ғаиләһе буш торған алпауыт ерен баҫып ала. Уларҙы бынан сығарып ебәрергә теләгән полицейскийҙар боҫҡонға эләгә. Атыш ваҡытында тиҫтәләгән кеше зыян күрә. Бер нисә крәҫтиәнде әле булһа эҙләйҙәр.
Луго, ваҡиғаны тикшереү өсөн, махсус комиссия төҙөлөүе хаҡында иғлан итте. Эске эштәр министры һәм полиция башлығы үҙ вазифаларын юғалтты, тик үҙ адресына яуған тәнҡитте президент туҡтата алманы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий