вторник, 24 июля 2012 г.

Ҡытайҙа көслө ташҡын. Һәләк булыусылар һаны- 200 самаһы.



Һуңғы 9 йыл эсендәге иң көслө ташҡын 180 кешенең ғүмерен өҙҙө, 45 кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. “Өс тарлауыҡ”дамбаһы аша ташҡын һыу секундына 70 мең кубометр тиҙлек менән, юлындағы йорт, күперҙәрҙе емереп, ауыл, ҡалаларға уҡталды.
20 июлдән бирле 17 Ҡытай провинцияһында ҡойма ямғырҙар туҡтамай. Тәбиғәт ҡазаһынан Пекин, Хэбэй һәм Шаньси провинцияларының төньяғы, төньяҡ- көнбайыш Шэньси, көньяҡ- көнбайыш Сычуань һәм Гуйджоу зыянланы. Тәбиғәт ҡазаһы райондарынан 600 мең кеше эвакуацияланды.
Гонконгта 100-ҙән ашыу кеше “Висенте” тайфунынан ҡаза күрҙе. Тымыҡ океан ҡунағы ҡалаға тропаик ҡойма ямғырҙары, сәғәтенә 140 километрға еткән дауыллы еле менән ябырылды. Бында мәктәптәр, банкылар, учреждениелар ябыҡ, Гонконг фонд биржаһы эшләмәй.
Утрауҙар араһында паром бәйләнеше туҡтатылған, шулай уҡ Макао һәм яр буйы ҡалалары менән дә бәйләнеш өҙөлгән.
Уҙған төндә элекке көсөн юғалтҡан тайфун Гонконгтан китте, хәҙер ул Ҡытайҙың көньяҡ Гуандун провинцияһына яҡынлаша. Елдең көсө секундына 40 метрға етә.
Артабан “Висенте”, метеорологтар прогнозы буйынса, сәғәтенә 15-20 километр тиҙлек менән төньяҡ- көнбайышҡа йүнәләсәк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий