вторник, 24 июля 2012 г.

Испания янғыны Франция сиген үтә.



Испанияның төньяҡ- көнсығышында ут менән көрәш бара- урман янғындарына һаман кәртә ҡуя алмайҙар. Ялҡын 14 мең гектар ерҙе ялмап алды. Эҫе көндәр һәм сәғәтенә 90 километрға еткән көслө “трамонтана”еле хәлде ҡатмарландыра. Хункер ҡалаһы ситтәре үртәндегә әйләнде, ялҡын инде Фигерасҡа яҡынлый. Барселонала ла көйөк һәм төтөн еҫе һиҙелә. Бәләгә тарыған райондарҙан 1500 кеше эвакуацияланды.
Каталонияның эске эштәр министрлығы белдереүенсә, һуңғы сирек быуат эсендәге иң көслө урман янғынының сәбәбе ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында килеп сығыуы ихтимал, бәлки, кемдер һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө ташлағандыр. Испания властары бындай тәртип боҙоуҙар өсөн язаны ҡатыландырырға уйлай.
4 кеше ут стихияһының ҡорбаны булды, уларҙың өсәүһе- француздар. Атай кеше 15 йәшлек ҡыҙы менән Испанияға сиктәш территорияла һәләк булған. Улар, ҡаянан диңгеҙгә һикереп, уттан ҡотолмаҡсы булған.
Йәнә бер француз тәне бешеүҙән һуң мандый алмаған, ә 75 йәшлек испанлы, ут йортона яҡынайғас, йөрәк өйәнәгенән вафат булған.
Сиктең Франция яғында 30 янғын сығанағы теркәлгән. Уларҙың таралыуын туҡтата йәки һүндерә алғандар.
Янғын һүндереүселәр елдең үҙгәреүенә өмөтләнә: “трамонтана”ға алмашҡа Урта диңгеҙҙән дымлы елде көтәләр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий