суббота, 28 июля 2012 г.

Лондон-2012: Олимпиаданы асыу тантанаһы.



Лондондың Олимпия стадионындағы XXX йәйге Олимпиаданы асыу тантанаһы ҙур тәьҫир ҡалдырҙы.

Өс тапҡыр донъя чемпионы Брэдли Уиггинс, стадионға урынлаштырылған 27 тонналы махсус ҡыңғырауға һуғып, тантананы асты.

“Мөғжизәләр утрауы”тип аталған Олимпиада- 2012 тантанаһында Англия тарихы хаҡында һөйләнелде. Унда 10 мең волонтер ҡатнашты. Элегерәк Британияның мәҙәниәт һәм спорт министры Джереми Хант асыу тантанаһын “иҫ киткес һәм уникаль”тип атап, донъялағы глобаль ҡалаларҙың береһе булған Лондондың уникаллеген күрһәтәсәге хаҡында белдергәйне.

Британия баш ҡалаһы Уйынды өсөнсө тапҡыр ҡабул итә, тәүгеләре көрсөклө 1908, 1948 йылдарҙа ойошторолғайны. Ярыштарҙа 205 илдән 10,5 атлет ҡатнашасаҡ. Рәсәйҙең йыйылма командаһында 436 спортсы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий