суббота, 28 июля 2012 г.

Эрдоган: Асад китергә әҙер.



”Сүриә яңы эраға аяҡ баҫырға әҙер тора, Асад власты ҡалдырырға уйлай.-”тип белдерҙе Төркиә премьер- министры Тайып Эрдоган. Ул террористик ойошмаларҙы, бында Курдостан эшселәр фирҡәһе күҙ уңында тотола, Сүриә сигендәге ҡасаҡтар лагерына һөжүмдән тыйылырға саҡырҙы һәм буфер зонаһы төҙөргә тәҡдим итте.

“Асад һәм уның тирәһендәгеләр властан баш тартырға ниәтләй. Сүриә үҙ тарихының яңы биттәрен асырға әҙерләнә,-”тине Төркиә премьеры.

Үҙ сиратында Рәсәй Сүриәләге конфликтта ҡатнашыусы бөтә яҡтарҙы ла үҙ эсенә алған күсмә хөкүмәт төҙөү тураһындағы Женева килешеүен иҫкә төшөрҙө.

Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров:

“Көс ҡулланыуҙы шунда уҡ туҡтатырға мөмкинлек биреүсе нәмәләр тәҡдим итәбеҙ. Икенсе яҡ иһә “юҡ”тип яуап ҡайтара: йәки капитуляция, йәки беҙ барлыҡ юлдар менән, шулай уҡ материаль ярҙам менән дә оппозицияның ҡораллы көрәшенә булышлыҡ итәсәкбеҙ, тип баралар һәм террористик акттарҙы аҡлайҙар. Бөтә эш шунда тора.”

Дипломатия фронтында, Сүриәнең үҙендәге һымаҡ уҡ, берҙәмлек юҡ. Рәсәй һәм Ҡытай БМО Уставының көс ҡулланырға мөмкинлек биреүсе 7 статьяһын файҙаланыу хаҡындағы резолюция проектын хупламаны. Мәскәү көс ҡулланыуға ҡаршы, сөнки Асадтың китеүе илдә хаос тыуҙырыуы ихтимал, тип иҫәпләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий