суббота, 28 июля 2012 г.

Париж метроһында үҙеңде һәйбәт тоторға өйрәтәсәктәр.



Көн һайын Париж метроһында 4 миллиондан ашыу кеше йөрөй. Һәм йыш ҡына, айырыуса пик сәғәттәрендә, бөтә кеше лә үҙен әҙәпле һәм кеселекле итеп тортмай. Метрополитен етәкселеге был хәлде үҙгәртергә булды, шуға күрә вагондарҙа йәмәғәт транспортында йөрөү ҡағиҙәләрен ябай ғына итеп аңлатыусы плакаттар барлыҡҡа килде.

“Маҡсатыбыҙ- мораль уҡыу түгел. Тәрбиә етешмәү- дөйөм проблема, ул ниндәйҙер төркөмдәргә генә ҡағылмай. Пассажирҙарҙың һөйләгәндәрен иҫәпкә алып, был мәсьәләгә конкрет миҫалдар ярҙамында, юмор менән ҡарарға булдыҡ.”

Үҙеңде тәрбиәле тотоу метро һәм автобуста ғына кәрәкмәй. Күптән түгел үткәрелгән һорашыуҙар буйынса, француздарҙың 60 проценты ватандаштарының бер- береһенә ҡарата тупаҫлығы, хатта бер- береһенә ҡарата агрессив мөнәсәбәттә булыуы хаҡында һөйләне. Метролағы плакаттар, моғайын, хәлде арыулатыр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий