пятница, 27 июля 2012 г.

Испания: ярҙамға мохтаж кешеләр арта бара.


 Ҡыҙыл Тәре таратҡан аҙыҡ- түлеккә сират... Был хәлде әллә ҡайҙа түгел, Мадридтан 20 километр алыҫлыҡта ятҡан хәлле генә Трес Кантоста күрергә була. Һәр шишәмбе һайын дөгө, макарон, картуф һәм бәләкәстәренә памперстар алыр өсөн кешеләр килә бында.
“Көрсөк арҡаһында ошондай хәлгә ҡалдым,-ти балалары менән яңғыҙ йәшәгән әсә.-Аҙнаһына 5 көн эшләй торғайным. Йорттарҙа йыйыштырыусы булып эшләйем, белемем юҡ. Элек 5 йортто йыйыштыра инем, ә хәҙер икәүҙә генә эшләйем- айына 500 евро алам. Бында эш таба алмаған өсөн килдем.”
Ҡыҙыл Тәре хеҙмәткәре һуңғы ваҡытта ярҙамға мохтаж кешеләр контингенты үҙгәреүе хаҡында һөйләй:
“Элек беҙгә сит ил кешеләре, иммигранттар килә ине. Аҙаҡ, айырыуса быйылғы йыл, күбеһенсә Испания граждандары йөрөй...”
Испаниялағы көрсөк ярлыларҙы ғына түгел, урта хәллеләрҙе лә ҡаҡшатҡан. Короллектең һәр дүртенсе кешеһе хәҙерге мәлдә эшһеҙ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий