Рәсәй Дәүләт Думаһы,
һул фирҡәләрҙең һәм парламент алдында коммунистарҙың
ҡаршы сығыуына ҡарамаҫтан, шишәмбе көн Рәсәйҙең ВТО-ға инеүе хаҡындағы
протоколды ратификацияланы. Тик “Берҙәм Рәсәй”депутаттары ғына документты
раҫлау өсөн тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә, ВТО-ға инеү яҡлылар 30 тауыш менән генә
күпселекте тәшкил итте.
Протоколға уҙған
йылдың декабрендә ҡул ҡуйылғайны, ә Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү
процесы 18 йылға һуҙылды.
Иҡтисад үҫеше министрлығы
баһалауы буйынса, ВТО-ға инеү арҡаһында ил алдағы 2 йыл эсендә 11 миллиард евро
юғалтыуы ихтимал. Әммә хөкүмәт шуға өмөтләнә: яңы ҡағиҙәләр Рәсәйҙең үҫеше өсөн
этәргес көс буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий