четверг, 12 июля 2012 г.

Интернет: бөтәһе лә табылмаймы?



Мәғлүмәт хаҡындағы законға индерелгән төҙәтмәләрҙе виртуаль мөхит хеҙмәткәрҙәре һәм унда йыш инеүселәр интернеттың рус сегментында цензураға табан бер аҙымтип атаны. 

Шаршамбы көн өсөнсө уҡыуҙа Дәүләт Думаһы уны берҙәм рәүештә раҫланы. Төҙәтмә авторҙары раҫлауынса, уларҙың маҡсаты- балаларҙы порнографияны, наркотиктарҙы, суицидты пропагандалауҙан һаҡлау һәм улар йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: бындай сайттар ҡара исемлеккә индереләсәк һәм уларға блок ҡуйыласаҡ. Яндекс һымаҡ ҙур интернет- компаниялар селтәргә контролһеҙ фильтр ҡуйыуҙан шикләнһәләр, яңылыҡ индереүселәр шуны раҫлай: һүҙ Көнбайышта индерелгән көрәш методтары хаҡында бара.

Елена Мизулина, ҡатын- ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса РФ Дәүләт Думаһының Комитет рәйесе , “Ғәҙел Рәсәй”фракцияһы:

“Интернетҡа ата-әсә контролдә тота алмаған мәғлүмәт кәрәкмәй. Бөгөн “Википедия”ны яҡлаусыларға ҡарағанда ата- әсәләр һәм ата- әсәләрҙең ойошмаларынан мөрәжәғәттәр йөҙ тапҡыр күберәк.”

Тап “Википедия”шишәмбе көн ҡаршылыҡ акцияһын башланы: бөтә донъя энциклопедияһының рус версияһын “донъяны ирекле белем алыуҙан тыш күҙ алдына килтерегеҙ”девизы аҫтындағы бит алмаштырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий