четверг, 12 июля 2012 г.

Сребреница, уңалмаҫ яра.



Сребреницалағы ҡан ҡойоштан һуң 17 йыл үткән, әммә һәр йыл тынысланыу урынына яңы ғазаптар алып килә. Босния халҡы ул ҡырылыш ҡорбандарын әле лә күпләп таба, йөк машиналары бер- бер артлы Сребреница янындағы Поточари мемориаль зыяратына ағыла.
Быйыл, мәҫәлән, 520 кәүҙәне таный алғандар: 520 ҡорбандың исеме асыҡланған. Улар араһында 6 бала, 4 ҡатын, иң өлкәненә 94 йәш. Ошо яңы ҡорбандар менән фажиғәле йыллыҡ көнөндә Поточари зыяратындығы ҡәберҙәр һаны 5 657 булып киткән.
-Мин бөгөн улымды ерләйем, уға 26 йәш ине,- ти ҡырылышты үткәндәрҙең береһе.-Сербтар Сребреницаны баҫып алғас, беҙ урман аша ҡастыҡ, ә Снаговҡа барып еткәйнек, беҙгә ҡайҙандыр Кула яғынан ата башланылар. Беҙҙекеләрҙән 8 кеше, шул иҫәптән минең улым да вафат булды. Кәүҙәһе шул яланда ятып ҡалды, мин уның һөйәктәрен генә таптым. Күп ҡәрҙәштәремде ерләнем. Ҡатыным ҡайғынан вафат булды. Мин үҙем дә артабан ни эшләргә лә белмәйем.
Яңынан- яңы туғандар ҡәберлектәре иҫке яраларҙы яңырта. Радован Караджич һәм Ратко Младичтың рәшәткә артында ултырыуы берәүгә лә еңеллек бирмәй. Сребреница әсәйҙәре һөйләй:
-Младич алыҫ, әрнеүебеҙҙе күрмәй. Уны бында, Дринаға килтерергә кәрәк ине, судты ошонда үткәрһендәр ине.
-Ул да үҙ балаларын башҡаса күрмәһә ине. Улыма атаһын күреү насип булманы. Беҙ уның 4 кенә һөйәген таптыҡ, шуларҙы бөгөн ерләйбеҙ.
Иң ныҡ эҙләнгән һәм 16 йыл ҡасып йөрөгәндән һуң былтыр ҡулға алынған хәрби енәйәтсе Ратко Младич өҫтөнән суд уҙған дүшәмбе ҡайтанан башланды. Суд шаһиттарҙың күрһәтмәләрен тыңлай. Әйтергә кәрәк, Босния сербтары генералын шаһиттарҙың йөрәк өҙгөс факттары тетрәндермәй.
Элекке уның яҡлылар һәм ватандаштары Сребреницалағы ҡан ҡойош өсөн яуаплылыҡты бүлешергә теләмәй. Беҙ Папала, Сараевонан 10 километр алыҫлыҡта ятҡан Босния сербтарының элекке вотчинаһында:
-Уны Гаага төрмәһендә тотоуҙары мөһим түгел. Ул- сербтар өсөн ғүмерлек герой.
-Младич- сербтар өсөн, уларҙың милләт булараҡ һаҡланып ҡалыуы өсөн ғәҙеллек символы. Минең уйымса, хәҙер беҙгә яңы Младич кәрәк.
Поточариҙағы матәм тантанаһында Холокосты үткәргән раввин Артур Шнеер ҙа булды. Уның өсөн иң мөһиме- фажиғәне онотмау.
-Өндәшмәү ҡиммәткә төшә. Өндәшмәү яуап була алмай, хоҡуҡһыҙлыҡҡа ҡаршы торорға кәрәк...йырҡыслыҡ алдында күҙ йомоп тороу ярамай, йәберләнгәндәр тауышы ишетелергә тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий