воскресенье, 15 июля 2012 г.

Япония властары 400 мең кешене күсерә.


Япония властары илдең көньяҡ- көнбайышындағы 400 мең кешене эвакуацияларға булды. Һуңғы өс көндә Фукуока, Оита, Кумамото префектураларына ҡойма ямғырҙар ябырылды. Бөгөнгө мәғлүмәттәр буйынса, 29 кеше һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
Ишелмәләр һәм һыу ташыуҙар күберәк Фукуока префектураһы  халҡына янай, сөнки шәмбе көн яуым- төшөм кимәле унда 11 сантиметрға еткән. Ташҡын һыу 800 йортто емергән, өс күперҙе алып киткән. Иң күп үлеүселәр-20 кеше- Асо ҡалаһында.
Халыҡты күсереүгә армия йәлеп ителгән. Кешеләрҙе мәктәптәрҙәге һәм башҡа йәмәғәт биналарындағы ваҡытлы үҙәктәргә урынлаштыралар.
Көньяҡ- көнбайыш региондарҙа мөһим автомагистралдәр зыян күргән, тимер юл бәйләнеше туҡтатылған.
Синоптиктарҙың күҙаллауҙары буйынса, алдағы тәүлектәрҙә ҡойма ямғырҙар туҡтарға уйламай.




Комментариев нет:

Отправить комментарий