суббота, 14 июля 2012 г.

Рәсәй: яла яғыуға һәм “сит ил агенттарына”ҡаршы закон.



Каникулға китер алдынан, йома көн, Дәүләт Думаһы яла яғыу өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу хаҡындағы законды раҫланы һәм ҡайһы бер коммерция ойошмаһына инмәгәндәргә сит ил агенттары статусын биреүҙе  раҫланы. Депутаттар уларҙы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа берҙәм рәүештә ҡабул итте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡлы: яла 2011 йыл аҙағында ғына президент Медведев инициативаһы буйынса енәйәт эшенән административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына күсерелгәйне. Хәҙер ул йәнә енәйәт кодексына ҡайта.
ЛДПР башлығы Владимир Жириновский һүҙҙәре буйынса, телевидение һәм интернетта пропаганда көсәйгән  ваҡытта, яла яғыуҙы, йомшағыраҡ формала булһа ла, “енәйәт составы”на индереү кәрәк ине.
Ысынлап та, яла өсөн закон проектында ҡаралған төрмә сроктары текстан төшөп ҡалды, әммә штраф күләме ҡырҡа үҫте.
Мәҫәлән, эшләгән вазифаһын файҙаланып яла яҡҡан өсөн  штраф 2 миллион һумға барып етә. Суд эшендә ҡатнашыусыларҙы ҡаты енәйәт йәки бик ҡаты енәйәт эшләүҙә ялған ғәйепләгән өсөн 5 миллион һәм түләргә йәки 480 сәғәт ижтимағи файҙалы эштәрҙә эшләргә тура киләсәк.
Үҙ сиратында, халыҡ алдындағы сығышта, халыҡҡа сығарылған әҫәрҙә йәки киң мәғлүмәт сараларындағы материалдарҙа яла яғыуға 1 миллион һум штраф ҡаралған.
Был законға журналистарҙың ҡаршы сығыуы аптырарлыҡ хәл түгел.
Һуңғы тауыш биреү алдынан интернетта закон проектын көн тәртибенән алып ташлауҙы талап итеүсе мөрәжәғәт баҫылып сыҡты. Уға 1 300 кеше ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Федерацияһының Енәйәт Кодексына “яла”статьяһын ҡайтарыу киң мәғлүмәт сараларына һәм интернет- блоггерҙарға баҫым яһау өсөн файҙаланылыуы ихтимал, тип шикләнә улар.
Йома, законды тикшереү алдынан, ҡайһы бер журналистар Дәүләт думаһы бинаһы алдында, шулай уҡ Санкт- Петербургтағы закондар сығарыу йыйылышы бинаһы алдында ҡаршылыҡ пикеттары үткәрҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий