Германия властары
малайҙарҙы сөннәткә ултыртыу хоҡуғын законлы нигеҙҙә яҡларға әҙер. Хөкүмәткә
оппозиция ла теләктәшлек белдерҙе.
Сөннәтләү хаҡындағы
бәхәстәр Кельн суды был йоланы яза бирелергә тейешле тән йәрәхәте һалыуға
тиңләгәндән һуң ҡыҙып китте.
Ҡарарҙы мосолман
ойошмалары ла, йәһүдтәрҙең общинаһы ла тәнҡитләне.
Европа раввиндары
конференцияһы рәйесе Пинхас Гольдшмидт һөйләй:
“Хатта урта быуаттағы
Германияла ошо ерҙә йәшәүсе йәһүдтәрҙең сөннәтләүгә хоҡуғы булыуы хаҡында закон
булған. Йәһүд ата- әсәләренә балаларын сөннәткә ултыртыуҙы тыйыу йәшәү өсөн
башҡа урын эҙләгеҙ тип әйтеү менән бер.”
Берлиндағы йәһүд
госпиталенең баш врачы Кристоф Граф Кельн суды ҡарарына ҡарата үкенес белдерҙе.
Граф журналистарға шуны аңлатты:
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс булмаған мөхит беҙҙе
сөннәтләү операцияларынан баш тартырға мәжбүр итә. Әйтергә кәрәк, беҙҙең
госпиталдә был традиция күптән йәшәп килә ине.”
Малайҙарҙы сөннәтләү- йәһүд диненең төп
ҡанундарының береһе. Сөннәткә биреү йолаһы яҡын арала закондар нигеҙендә
нығытылыр, тип көтөлә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий