Мон-Моди, йәки Ҡәһәрле тау: тап бында, 4 000 метр бейеклектә кесаҙна иртәһендә ишелмә туристарҙың ике
төркөмөн дә ҡаплап киткән. 9 кеше һәләк булған, дүртәүһен әле булһа эҙләйҙәр.
Был- Монбланды яулаусыларҙың иң яратҡан маршруты. Юлдарын альпинистар Үрге
Савойя департаментындағы Шамони ҡалаһынан башлайҙар.
Тау битләүендә 40- лап кеше булған. Ҡорбандар араһында Бөйөк Британия,
Германия һәм Швейцария граждандары бар. Һәләк булғандарҙың күбеһе страховка
тросы менән бәйле булғандар.
Шамони мэры, Эрик Фурнье:
“Һауа торошоноң насар
буласағы хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булманы. Был осорҙа беҙгә альпинистар
күп килә, ул, ысынлап та, күптәрҙең яратҡан маршруты. Кешеләрҙең һаны ла
ҡәҙимгесә.”
Жан Луи Вердье, инструктор-альпинист:
“Ишелмәнең ишелеүе, сәғәтенә, көн торошона, йыл миҙгеленә ҡарамай, теләһә ниндәй ваҡытта булыуы ихтимал. Уны алдан күҙаллау мөмкин түгел”.
Жан Луи Вердье, инструктор-альпинист:
“Ишелмәнең ишелеүе, сәғәтенә, көн торошона, йыл миҙгеленә ҡарамай, теләһә ниндәй ваҡытта булыуы ихтимал. Уны алдан күҙаллау мөмкин түгел”.
Тәүге тикшереү шуны
күрһәткән: ишелмәне альпинистар үҙҙәре киҫеп үтеүҙәре ихтимал.
Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы
вертолеттар ярҙамында эҙләй башлағандар. Уларҙы имен- аман килеш табыуға өмөт
бик аҙ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий