пятница, 13 июля 2012 г.

Мәскәү Сүриә буйынса резолюцияға ҡаршы.



Мәскәү Сүриә буйынса БМО-ның именлек Советы тәҡдимдәренә ҡаршы, сөнки уны ҡабул итеү был илгә ҡарата көс ҡулланыуға алып килеүе ихтимал. Был хаҡта Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары Геннадий Гатилов киң мәғлүмәт саралары аша белдерҙе.

Бөйөк Британия тәҡдим иткән һәм АҠШ, Франция, Германияла яҡлау тапҡан текста Аннан планы положениелары мотлаҡ үтәлергә, юғиһә БМО уставының 7 статьяһы ҡулланылырға тейешлеге хаҡында әйтелә.

Статья ҡаты иҡтисади санкциялар индереүҙе һәм сәйәсәте халыҡ- ара тыныслыҡҡа һәм именлеккә янаған илдәргә ҡарата хәрби көс ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Резолюция тексында рәсми Дәмәшккә 10 көн эсендә ауыр орудиеларҙы файҙаланыуҙы туҡтатыу һәм ҡалаларҙан ғәскәрҙәрҙе сығарыу талабы ҡуйыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий