пятница, 6 июля 2012 г.

Алжир бойондороҡһоҙлоҡтоң 50 йыллығын билдәләй.



Кесаҙна көн Алжирҙа бойондороҡһоҙлоҡ яулауҙың 50 йыллығына бағышланған тантаналар старт алды. Улар теүәл 1 йыл- 2013 йылдың 5 июленә ҡәҙәр дауам итәсәк. Киң программаның тәүге пункты булып президент Әзиз Бутефликтың “Ғазап сигеүселәр монументы”- француз колониаль ғәскәрҙәре менән алыштарҙа һәләк булыусыларҙың һәйкәленә барыу булды.

Ул һуғышта үҙе лә ҡатнашҡан Алжир башлығы монументҡа сәскәләр һалды, аҙаҡ Алжир армияһы офицерҙарын тантаналы рәүештә наградланы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий